“ТОРМОШ”- Дәүләкән районы Мәкәш ауылы

Һәр кешегә тыуған яғы тәбиғәттең иң хозур, иң сағыу мөйөшө кеүек. Бында тауҙар ҙа бейегерәк, урмандар ҙа ҡалыныраҡ, яландар ҙа иркенерәк, һыуҙар ҙа тәмлерәк. Кендек ҡаның тамған ер— мәңге үҙенә тартып, моңһоуландырып торған изге төйәк. Минең өсөн Дәүләкән районы Мәкәш ауылы ана шундай урын. Бөгөн “Тормош ” программаһы республикабыҙға билдәле шағир, танылған табиптар, музыканттар, спортсылар, ғалимдар, полковниктар, эшҡыуарҙар тәрбиәләгән, “Айыҡ ауыл- 2022” республика конкурсының район кимәлендәге еңеүсеһе Дәүләкән районы Мәкәш ауылында.

Смотрите также