Һәр ҡайһыбыҙҙың илгә булған һөйөүе тыуған тупраҡ¬ҡа, уның ер-һыуына, ауылына, күршеһенә, кеше¬ләренә хөрмәтенән башлана. Ошо һөйөү Башҡортостанбыҙҙың төрлө тармаҡтарына сағыу талант эйәләрен биргән Шишмә районы Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы йөрәгендә ләйәшәй.Тыуып үҫкән төйәге мөхитенә битараф булмағандар ауылын таҙалау, төҙөкләндереү маҡсатында өмәләр үткәрә, тәбиғи ҡомартҡыларҙың тирә-яғын кәртәләүҙе ойоштора. Был тәңгәлдә эшләгән “Атайсал” проекты буйынса төбәккә яңы һулыш бирелә, ауыл ипкә килтерелә. Бөгөн “Тормош” проекты Шишмә районында “Айыҡ ауыл- 2022” республика конкурсы еңеүсеһе Түбәнге Хәжәт ауылында.