Ҡара Яҡуп- Өфөгә иң яҡын башҡорт ауылдарының береһе. Ерекле, Һөйәрбикә, Бикрәс, Туҡмаҡ, Хөперниса, Асы, Ҡалатау шишмәләре өҫтөндә ултырған боронғо ауыл уңдырышлы яландары, файҙалы үҫемлектәргә мул туғайҙары, кейек-йәнлектәргә бай урмандары, сер һаҡлаған ғорур тауҙары, арҙаҡлы кешеләре менән дан тота. Бөгөн “Тормош” программаһы мең ырыуы вариҫтары иле -Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында.
#тормош #бст #башкортостан