ТОРМОШ. Село Старокурмашево Кушнаренковский район

Заманында Иҫке Ҡормаш ауылы ҡеүәтле хужалыҡтан иҫәпләнгән миллионер “Большевик” колхозының үҙәге була. Тәбиғәт шарттары әллә ни иркәләмәһә лә, тейешле иғтибар бирелеп, етерлек көс түккәнлектән, малсылыҡ та, игенселек тә һәр саҡ алға бара. Ауыл кешеләренең күбеһе үҫеш юлына баҫып, йәнтөйәгенең данын арттырған хужалыҡ ойошмаларында эшләй. Бәрәкәтле Иҫке Ҡормаш ауылында республикабыҙҙа Паша Ангелина исемендәге призға иң беренсе лайыҡ булған данлыҡлы механизатор Мөнирә Шәйбәкованың, башҡорт балалар яҙыусыһы Әнисә Хәмәтдинованың, Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре Финә Нурмөхәмәтованың һәм башҡа тармаҡтарҙа үҙен лайыҡлы танытҡан шәхестәрҙең кендек ҡаны тамған. Бөгөн “Тормош” программаһы Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында.
#тормош #бст #башкортостан

Смотрите также